Найти в предложении наречие Ул һуң гына уянды. Күҙен асҡанда, Хәҙисә әбейҙең ейән- рсыр-сыу килешәләр ине. Уларҙың иң ҙурыһы Ғәлиә Миҙхәттең янына килде: - Ә һин беләһеңме, Мотаһар үлгән бит. - Алдама-а! Миҙхәттең йөрәге жыу итеп китте. Ул бер аҙға тораташтай катып ҡалды. Унан, үҙен үҙе белештермәйенсә, Ғәлиәгә барып йәбеште. Ҡыҙыҡай күҙҙәрен сылт-сылт йомдо, ҡалтыранды. лә - Мин әбейҙәрҙең һөйләшкәнен тыңлап торҙом. Бәлки… - Асығыҙ! Ас! Миҙхәт ишеккә ташланды. Ләкин ул тыштан бикле ине. Малай бар көсөнә ишекте этте. әт Күпме ҡысҡырғандыр ул, әммә бер кем дә ярҙамға килмәне. Өйҙәге балалар уға ҡушылып иланы. Бер ни күрмәй, берни ишетмәй, Миҙхәт үкһене лә үкһене. Күҙ йәштәре бөттө, тауышы ҡарлыҡты, ә ул йәшһеҙ-тауышһыҙ һаман иланы. Ахырҙа, өҙөк-өҙөк һулҡылдап, иҙәнгә йөҙ түбән ҡапланды. Һәм шул килеш йоҡлап китте. п й, дә - Балам, тор, ҡустың менән хушлашып ҡал, - тип уятты уны Хәҙисә әбей. e Миҙхәт аңламаны, нисек хушлашырға? Әллә Мотаһарҙы бер ҡайҙа алып китәләрме? Үлгәндәр менән нисек хушлашып булһын, улар ишетәләрме ни? Тимәк, Ғәлиә яңылыш аңлаған. a a e Бөтә күк йөҙөн ҡаплап сәүкәләр оса. Миҙхәт төшөндә ниндәй ҡош күргәнен хәтерләргә тырышты. Ниндәй ҡош һуң? Күгәрсенме, турғаймы? Юҡ, ул Мотаһар ине бит. Мотаһар - кош. Хәҙисә әбей уны етәкләп алды. - Атла, балам. Ниңә һуң бөгөн сәүкәләр бөтә күк йөҙөн ҡаплаған? Ә кем әле, сәүкәләр түбәндән ochа, ямғыр яуа, тип әйткәйне? Мотаһар, бер көн көтөп-көтөп тә, ямғыр яумағас, сәүкәләр алдаҡсы, тигәйне… - Инәй, ул йоҡлай ғыналыр. Бәләкәйҙәр ҡаты йоҡлаі бит ул. Инәй, ул һуңғы ваҡытта төндәрен дә йоҡлай алма торғайны.
Ответ нейросети
04 марта 2025 16:14
Понравился ответ?
Задай свой вопрос
Напиши любую задачу или вопрос, а нейросеть её решит



